bannerbannerbanner
полная версияАҡ күгәрсен. Шағир Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә

Расих Ханнанов
Аҡ күгәрсен. Шағир Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә

Динә Мулкаманова

ТӘҢКӘ ҠАРҘАР

Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа,

Сафлана бара һауа.

Ҡарҙар яуа әйлән-бәйлән,

Ергә яуа сәйлән-сәйлән.

Ҡушымта.

Әйлән-бәйлән уйнай ҡарҙар,

Табышҡандар яңы йәрҙәр.

Тәңкә-тәңкә ҡар аҫтында

Әйләнәләр яңы парҙар.

Шаян елдәр аҡ ҡарҙарҙы

Ҡайындарға һипкәләй.

Ап-аҡ ҡарҙар йомшаҡ шәл булып,

Ҡайындарҙы иркәләй.

Тәңкә ҡарҙар емелдәшеп,

Нурҙар һибә һауаға.

Гүйә, ынйы бөртөктәре

Һибелгәндәр далаға.

БАЛАЛАРЫМ – БӘҒЕРҘӘРЕМ

Балаларым-бәғерҙәрем,

Йөрәгем емештәре.

Һеҙ барында кәрәк түгел

Алтыны, көмөштәре.

Балаларым-бәғерҙәрем,

Һеҙ минең бәпкәләрем,

Тормошомдо биҙәнегеҙ,

Йәшлегем сәскәләре.

Балаларым-бәғерҙәрем,

Йөрәгем тибештәре.

Хоҙай миңә бүләк иткән,

Өлөшөм-көмөштәре.

Кәрәк түгел байлыҡтары

Балаларым барында.

Шатлыҡ була икән ҡартлыҡ

Балалар ҡосағында.

Балаларым – күҙ алмам,

Һеҙҙе күрмәй түҙалмам.

Балаларым-байлыҡтарым,

Һеҙҙән башҡа торалмам.

Айзилә Муртаева

ТАУҘАРЫМ

Тыуған яғымды һағынһам,

Ҡарайым мин сиктәргә.

Күренмәҫме тауҙарым тип,

Улар ашҡан күктәргә.

Йәнем тартылыр тауҙарым –

Оҙонғором, Ҡыраҡа.

Ағайҙарым кеүек улар,

Ағайҙарым – ҡырҡ арҡа.

Тыуған яғымды һағынһам,

Тауҙар инә төшөмә.

Гүйә, улар ҡурсый мине:

«Һылыуыбыҙ, өшөмә!»

Тыуған яғымды һағынһам,

Ҡайтамын осоп ҡына.

Атай-әсәй төҫлө улар –

Тауҙарым – ышыҡ ҡына!

МИН – ТАМСЫ

Күгүләндә – көмөш ямғыр

Тамсыһы.

…Тамсы түгел, йәнем мин бит –

Танысы!

Тапап үтмә, бер үрелеп

Күҙең һал.

Мең төҫтәрҙә балҡыйым мин,

Хайран ҡал!

Күҙ һалманың, йәнәһе лә,

Тамсымын.

…Тапап үттең бәхетеңдең

Ярсығын…

Өндәшмәйһең.

Өндәшмәйем.

Арабыҙҙа – упҡын.

Арабыҙҙа – бер бушлыҡ та,

Күңелебеҙ – тып-тын.

Ошо тынлыҡ арабыҙҙа –

Йән иңрәтер һағыш.

Һине – минән, мине – һинән

Алыҫайта яңылыш.

Һин дә шымһың,

Мин дә шыммын,

Арабыҙҙа – һалҡын.

Күктәргә ҡарап ялбарам:

Китмә, һөйөү – ялҡын!

Күктәргә ҡарап өндәшәм:

Берәй сара тапсы!

Арабыҙға – усаҡ яғып,

Йәйғор булып ҡалҡсы!

Кадрия Нигамаева

БӘХЕТ НИМӘ?

Донъяға мин шат йылмайып бығам

Һәм күрһәтәм яҡты йөҙөмдө.

Бөгөн дә мин әйтә алам һымаҡ,

Бәхетлемен тигән һүҙемде.

Бәхет нимә? – тигән һорауға мин

Яуап бирәм һеҙгә шатланып:

Был донъяға килеп файҙа ҡылыу

Һәм тормошта йәшәү маҡталып.

Был донъяла йәшәү – үҙе бәхет,

Ынйылары уның юлында.

Итәғәтле булып йәшәй белһәң,

Бәхетең бит үҙең ҡулыңда.

ТЫНМА, ҠУРАЙ

Моң ағыла тирә-йүнгә,

Ҡурайымдың моңдары.

Тетерәнә киң ҡырҙары,

Алһыулана таңдары.

Көслө рухлы илаһи моң,

Нур һибелә ҡурайҙан.

Тәбиғәттең һәр миҙгеле

Йәнләнә моңдарынан.

Ҡурай, тынма, һуҙ көйөңдө,

Йырлайыҡсы, тынмайыҡ.

Моңдарыңдың ағышына

Хисләнеп тә туймайыҡ.

Венера Ниғмәтуллина

БАШҠОРТОСТАН

Башҡортостан! Ниндәй илаһи һүҙ!

Һиндә тыуғаныма ҡыуанам!

Хозур тәбиғәтле был төбәктә,

Ниндәй генә йырҙар тыумаған!

Ата-бабалар ҙа ошо ерҙә,

Аҫабалы булып йәшәгән!

Төрлө яуға күтәрелгән халҡым,

Дошмандарҙан ҡурҡа белмәгән!

Башҡортостан! Ғорурлығым арта,

Тарих төпкөлөнә ҡараһам…

Тыуған ерҙе яуызлыҡтан һаҡлап

Улдарыңды яуға оҙатҡан..

Һинең батыр улдарыңа тиңле,

Рәсәйҙә һис яугир булмаған.

Илем, ерем тигән батырҙарың,

Көс ғәйрәте менән алдырған!

Иң беренсе булып Рәсәйҙә,

Автономияһын булдырған!

Башҡортостан һинең ҡырҙарыңды,

Төрлө халыҡ яҡын, үҙ итә…

Нисә быуат иңгә-иңде ҡуйып,

Бер ғаиләләй татыу көн итә!

Башҡортостан! Ғорурлығым арта..

Һинең кескәй ҡыҙың булғанға!

Башҡортостан! Ғорурлығым арта..

Үҙ телемдә белем алғанға!

Айгөл Низаметдинова

БУЛЫРБЫҘ ТЕРӘК

Әсәйем, әсәкәйем,

Матурым, аҫылҡайым.

Тәмле-тәмле аштарыңды,

Ашайым һәр көн һайын.

Көн дә иртән мәктәпкә,

Оҙатаһың һөйөп кенә.

«4» һәм «5» билдәләре

«Алып ҡайт!»-тиеп кенә.

Таҙалыҡ, һаулыҡ, бәхет,

Беҙҙән һиңә ҙур теләк.

Улың, ҡыҙың киләсәктә,

Булыр үҙеңә терәк.

ӨЛӘСӘЙ

Өләсәйем йөн иләй,

Ҡулына орсоҡ тотоп.

Ҡулдарына күҙ эйәрмәй,

Ултырам иҫем китеп.

Ойоҡбаш, бейәләйҙәр,

Бәйләй ул гелән.

Миңә өйрәтә үҙе:

«Балам», – ти, «өйрән».

Хәҙер инде мин,

Бәйләргә лә өйрәндем.

«Апай, апай – өйрәт» – тиеп,

Арттан йүгерә һеңлем.

«Ҙур үҫеп, олоғайғас,

Мин һине өйрәтермен,

Ә хәҙергә ҡаңғыртмасы,

Китеп тор», – тинем.

Гөлфиә Ноғоманова

МӨХӘББӘТ БАР ДОНЪЯЛА

Ҡапыл ғүмер сүллегемә

Яуҙы көмөш ямғырҙар,

Мөхәббәте менән килде

Көтөп алған ал таңдар.

Ҡушымта.

Мөхәббәт бар бит донъяла,

Мөхәббәт бар ышандым.

Хыялдарҙы бар иткән дә,

Ҡотҡарған да тышауҙан.

Мансының йәйғор нурына

Шыҡһыҙ яңғыҙлығымды.

Бүләк иттең ай, ҡояшты,

Мөхәббәт – байлығыңды.

Мөхәббәт булмаһа ерҙә

Хан һарайы ла ситен.

Һөйөү һүҙҙәре матурлай

Тормош китабы битен.

Рейтинг@Mail.ru