bannerbannerbanner
полная версияАҡ күгәрсен. Шағир Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә

Расих Ханнанов
Аҡ күгәрсен. Шағир Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә

МИНЕҢ ӘСӘЙ ГӨЛ ЯРАТА ИНЕ

Минең әсәй гөл ярата ине,

Матур ине уның күңеле.

Тормош тәрәҙләрен бизәп тордо,

Күңел нуры булып, һәр гөле.

Һағынып ҡайтып урамнарҙан уҙам,

Йәндәренә монда дауа бар.

Гөлдәр миңә һәр өй тәзрәһенән

Әсәй күзе менән бағалар.

Минең әсәй гөл ярата ине,

Эшкә оҫта ине кулдары.

Өй һылаған ап-аҡ балсыҡтарҙа

Уйелып ҡалған бармаҡ һырҙары.

Минең әсәй гөл ярата ине,

Иҙге ине уның күңеле.

Беҙҙең йөрәктәргә күсеп ҡалды

Сәскә атыр өсөн һәр гөле.

Фирүзә Абдуллина

ӘЛДӘ ҺӨЙӨҮ БАР ӘЛЕ!

Ғашиҡ булыу – гүйә, утлы

Күмер өҫтөндә бейеү,

Ни ҡыҙығы бар йәшлектең,

Әгәр булмаһа һөйөү?

Яратыу – ул һөйгәнеңдең

Эҙҙәренә баш эйеү,

Донъяның ни матурлығы

Әгәр булмаһа һөйөү?

Мөхәббәт – ул ғүмер буйы

Яҡының өсөн көйөү,

Йәшәүҙең ни мәғәнәһе

Әгәр булмаһа һөйөү?

Йөрәктәге хистәремә

Һаман урын тар әле,

Бәхет биргән, ҡанат ҡуйған

Әлдә һөйөү бар әле!

БАШҠОРТ АТТАРЫ

Саф шишмәләр һыуын эсеп,

Гиҙеп йәшел туғайҙар,

Аунап үҫә башҡорт аты —

Уға еткән ат ҡайҙа?

Һай, башҡорт аттары,

Ебәк ял-ҡойроҡтары,

Һай, башҡорт улдары,

Ҡайҙа илтә юлдары?

Һай, башҡорт улдары,

Тик еңеүгә юлдары!

Ир-егеттең тоғро дуҫы

Яуға сапҡан был аттар,

Булған Париж, Берлиндарҙы

Улар яулаған саҡтар.

Ел еткермәҫ толпар аттар –

Ир-егеттең терәге,

Илен яҡлап, ерен һаҡлап

Тибә батыр йөрәге.

Бәйгеләрҙә ал бирмәйҙәр,

Саҡматаш тояҡтары,

Тыуған ерен данға күмә

Аҫыл башҡорт аттары!

Ир-егеттең тоғро дуҫы –

Толпар ат һәм уҡ-яны,

Гөрләтеп бөтә донъяны

Тарала башҡорт даны!

Һай, башҡорт улдары,

Тик еңеүгә юлдары,

Һай, башҡорт аттары,

Батырҙың ҡанаттары,

Һай, башҡорт улдары,

Тик еңеүгә юлдары!

Минулла Аминов Наталья Ағиҙел

КӨЗГӨ РОМАНС

Көҙгө ҡырҙар ялан ҡалған,

Бураларҙа аҙык тулған.

Күктә ғауға, ҡоштар әҙер

Көньяҡтарға өйөр-өйөр.

Ер әйләнә – туҡтап тормаҫ,

Йәйҙе көҙгә алмаштыра.

Сентябрь йырлай көҙгө романс,

Йәштәр ҡойоп хушлаштыра.

Ҡушымта:

Сыңрай-сыңрай,

Сөйгә оҡшаш

Өйөр ташлай һуңғы караш

Алтын кейгән Туған илгә.

Ер әйләнә – туҡтап тормаҫ,

Кисте таңға алмаштыра.

Сентябрь йырлай көҙгө романс,

Аулаҡ ерҙә осраштыра.

Ҡара төндә, алһыу таңда

Ҡыуыш ҡорған бөҙрә талдар

Бөгөлөүсән селтәр менән

Һөйгәндәрҙе әсир иткән.

Ҡушымта:

Һыу буйында

Беҙҙе көткән

Бөҙрә талдың

Ҡайғырыуҙан

Һыуға төшкән

Ботактары.

Ер әйләнә – туҡтап тормаҫ,

Ашыҡтыра ғүмер ҡышын,

Һаман иҫтә беҙҙең романс,

Һыуҙа айҙың сағылышы,

Һаман бында йәшле күҙҙәр,

Ашығыусан серле һүҙҙәр,

Ярһыу йәшлек ынтылышы

Һорай ғишыҡ ҡағылышын.

Ҡушымта:

Ер әйләнә,

һыу буйында,

Көҙ туйында

Элек кеүек

Әйлән-бәйлән

Уйнай йәшлек.

ҺИНҺЕЗ ЙӘРЕM

Илай-илай

Алтын һибә

Көҙ юлдарға.

Яҙмыш һынай,

Тоҙҙар һибә

Яраларға.

Ҡушымта:

Һинһез йәрем,

Күптән инде,

Өмөт һандуғасы

Һуңғы йырын йырланы.

Һинһез йәрем,

Күптән инде,

Бәхет алмағасы

Бер ҙә сәскә атманы.

Сыңрай-сыңрай

Хушлашалар

Аҡ торналар.

Йөрәк һыҙлай,

Нисә айҙар,

Нисә йылдар.

Ҡушымта:

Мәрхәмәтһеҙ

Яна йөрәк,

Яна йылдар.

Мөхәббәтһеҙ

Ниңә кәрәк

Был дөньялар.

Минира Биканасова

ҒҮМЕР

Кеше ғүмере алтынға тиң,

Хоҙай биргән ҙур бүләк!

Тик әжерен бер нисек тә

Ҡайтарып булмай түләп.

Кеше ғүмере үтә ҡыҫҡа

Сәскә атҡан гөл һымаҡ,

Йә булмаһа, усаҡтағы

Янып-һүнәр бер сыраҡ.

Кеше ғүмере-үҙе тарих

Асып-ябылған китап,

Ғәмәл дәфтәреңде барлап

Килер ҙә етер Хисап…

КҮҢЕЛ

Үҙәндәрҙе күрҙегеҙме,

Йылға буйҙарын?

Ярһып ташҡан ағымһыуҙай

Ҡай саҡ уйҙарым.

Киҫәк-киҫәк боҙ ярсығы —

Кителгән күңел,

Ағып китһен, яраларым

Мәңгелек түгел.

Ҡар һыуҙарына әйләнгән

Һалған эҙҙәрем,

Бераҙ ғына моңһоуландым

Йәлләп үҙҙәрен…

Бөрө уянып донъяны

Сәскәгә күмер,

Миҙгелдәрҙе алмаштырып

Үтәлер ғүмер.

Наҙлы елдәр болоттарҙы

Таратыр, ҡыуыр,

Яңы яҙҙа-яңы йырҙар

Күңелдә тыуыр.

Гөлмирә Бикбулатова

ТАШЛАЙ КҮРМӘ

Һиҙгерлегем, ташлап китә күрмә,

Булмышымдың ярты байлығы.

Уйҙарымдан уйылып киткәндә лә,

Ҡалдырмаҫын һиҙәм яңғыҙым.

Тәҡәттәрем тамам ҡороғанда

Тотанаҡлы минең һиҙгерлек.

Уйындарҙан уймаҡ сыҡҡанда ла,

Сабырлығым донъя гиҙерлек.

Зиһендәрем әгәр томаланһа

Яҙмыш болоттары ҡуйырып,

Ярһыуымдың тәртәләрен алып,

Үҙ яйына ҡуям туғарып.

Һиҙгерлегем, ташлап китә күрмә —

Артылаһы үрҙәр бөтмәгән.

Мәрхәмәтле булсы, үҙ яҙмышым,

Ғүмер көҙөм әле етмәгән.

АСЫЛДЫ БӨРӨЛӘР

Күмелде йәшлегем яҙҙары

Ялҡынлы мөхәббәт сазына.

Әйтерһең парлашып аҡҡоштар

Күңелдә ҡанатын ҡағына.

Ҡушымта:

Асылды бөрөләр

Йәшлектә яҙ булғас.

Өр-яңы йыр һуҙҙы

Таңдарҙа һандуғас.

Иҫереп һөйөүем наҙынан

Йыһанды иңләйем, шатлыҡтан.

Хистәрем тулыша, моңлана,

Күҙҙәрем ҡамаша сафлыҡтан.

Йондоҙҙар юл һыҙып әйткәндәй,

Һуҡмаҡтан тайпылмай үтегеҙ.

Ғүмерҙең йомғағын бутамай,

Бергәләп, өҙмәйсә һүтегеҙ.

Рейтинг@Mail.ru