bannerbannerbanner
Мин яратҡан өс хәреф

Айбулат Фларидович Сәсәнбаев
Мин яратҡан өс хәреф

Баш һүҙ

Күптән түгел, ваҡыт үтеү менән барыһы ла онотола, хәтерҙә тик ниндәйҙер өҙөктәр генә ҡалғанын аңғарып ҡалдым. Теге, йәки был әҫәрҙе лә уҡығанымды иҫләйем, әммә ни тураһында һүҙ барғаны хәтергә төшмәй. Уның урынына был китап менән танышҡан саҡта тыуған хис-тойғолар ҡалҡып сыға. Шуға ла тормошта күберәк сағыу тәьҫораттар йыйырға кәрәклеген аңланым.

Ә ҡайһылыр ваҡытта ниндәй хис-тойғолар менән йөрөүеңде хәтерләр өсөн, шул ваҡыттағы уйҙарыңды яңыртыу зарур. Ошо маҡсатта ла был йыйынтыҡты баҫтырырға булдым. Бындағы әҫәрҙәрҙә (бөтәһендә лә түгел) мине төрлө йылда, төрлө йәштә борсоған уйҙар йәшерелгән.

Йыйынтыҡ апрелдә үк донъя күрергә тейеш ине. Сөнки был айҙа мин сирек быуат йәшемде тултырҙым. Әммә тотош донъяны баҫып алған ҡороғорвирус пландарыма үҙ төҙәтмәһен индерҙе. Тик борсолорға урын юҡ. Был ваҡыт миңә хикәйәләремде ҡабат-ҡабат уҡып сығырға, хәтерҙе яңыртырға форсат бирҙе. Бында ингән әҫәрҙәрҙең береһе лә иҫ китерлек түгел, әммә улар миңә йәшлегемде уҙғарған ваҡыт кеүек ҡәҙерле. Ошо йыйынтыҡты баҫтырып, тормошомдоң ниндәйҙер бер этабын тамамларға теләйем. Сөнки алда яңы сирек быуат бар.

Китаптың исеменә килгәндә, был ябай шаяртыу ғына түгел, ул тәү сиратта тыуған ҡалама бағышлау. Бындағы әҫәрҙәрҙең барыһы ла Өфөгә күскәс яҙылған. Әле лә был һүҙҙәрҙе ҡояш аҫтында ҡыҙынып, “Ватан” этно-паркынан ары торған майҙансыҡтағы эскәмйәләрҙең береһендә яҙып ултырам. Бында ижад ҡайнай: алда өйһөҙ әҙәм ДДТ төркөмөнөң “Это все” йырын һуҙа, унан ары үҫмер ҡыҙҙар “Тик-ток” өсөн видео яҙҙыра…

Был йыйынтыҡты мин әсәй-атайыма бағышлайым. Тап улар тәрбиәһендә үҫкәнгә ошо ижад юлына баҫҡанмындыр ҙа, тап улар ярҙамында ерҙә ныҡ торам. Был йыйынтыҡты мин, шулай уҡ, тормош юлын бергә үтергә насип булған дуҫтарға, һүҙ-кәңәш менән дәртләндереп торған таныштарға бағышлайым.

Мин яратҡан өс хәреф

Өфө – ғәжәп ҡала. Үҙенең йөҙәрләгән йыл тарихы эсендә ул Рус дәүләтенең иң көнсығыш нөктәһе лә, коминтерн үҙәге лә булып өлгөрә. Яҡын-тирәләге ауылдарҙы берләштергән ҡала әле лә булһа биҫтәләргә бүленеп уларҙың үҙенсәлеген һаҡлай. Ике быуат элек төҙөлөп ҡыйшайып бөткән ағас өй янында егерме ҡатлы таш һәм быяла йорт тороуы аптырарлыҡ түгел. Өфө – тарих һаҡсыһы. Был ҡала урамдары әле һаман ағас ҡырҡыусы Ириада Чижованың модалы итек тауыштарын, Аксаковтарҙың уйланыуҙарын, Бабичтың йылмайыуын, Долорес Ибаррури сығыштарын, Рәми Ғарипов ярһыуын һаҡлай…

Католиктар үҙәге Ватикан булһа, Рәсәй мосолмандары үҙәге булған Өфө үҙ эсенә 1700 Ватиканды һыйҙыра, әммә шул уҡ ваҡытта ун ике йыл буйына бер мәсетте төҙөп бөтөрә алмай. Был ҡаланы кәмһетеү түгел, саҡрымдарға һуҙылған тығындары ла, ямғырҙан һуңғы бәшмәк кеүек үҫкән рэперҙары ла Өфөнөң ҡабатланмаҫ йөҙөн булдыра. Ул йөҙҙө һәр кем үҙенсә күрер. Кәйефеңә ҡарап баш ҡала урамдарында Һомайғошто ла, шүрәлене лә осратырһың. Берәүҙәр Өфөнө тиң күрмәй ситкә күсә, икенселәре бында илһам ҡанаттарында осоп килеп һуңғы төйәген таба. Тау башында балҡыған бер ҡала шул тауҙан тәгәрәтеп төшөрөп йәрәхәтләүе лә, Салауаттың атына ултыртып иркәләтеүе лә ихтимал. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән ер бер-береһен ғүмерҙә осратмаясаҡ егет һәм ҡыҙҙарҙы бер подъезда йәшәтә ала…

Эйе, Өфө – тарих һаҡсыһы. Миллионлаған яҙмыш тарихы, ҡыуанысы, ҡайғыһы бында аяҡ аҫтында ятҡан ташта, стена булып ҡатҡан ташта, ҡәбер өҫтөн баҫҡан ташта яҙылған. Мин Өфөгә ғашиҡ. Һеҙ ҙә уны яратырһығыҙ тип ышанам.

***

Дим трамвай рельстары буйлап атлап ҡуртымға йәшәгән йорт ҡапҡаһына барып төртөлдө. Ҡойоп үткән ямғырҙан һуңғы ағас өй ҡарайып, тағы ла ҡотһоҙораҡ ҡиәфәткә ингән. Ҡыйыҡ булып хеҙмәт иткән тутыҡҡан ҡалай түшәме елгә бөгөлөп ҡунағын сәләмләп ҡуйҙы. Си Цзиньпин урамында йәшәүе еңелдән түгел. Ҡапҡа артынан ғына бында таңдан алып трамвай йөрөй, ул үткән саҡта люстра ғына түгел, иҙән таҡталары ла ритайымға төшә. Етмәһә, Өфө тауҙарҙа нигеҙләнгән, биллаһи бында метро түгел, фуникулерҙар төҙөү отошлораҡ.

Урамдың нисек урынлашыуына ҡарап автомобиль менән дә йортоң алдына килеп етә алмаҫһың. Үҙ торошо менән Си Цзиньпин урамы бөлгөнлөккә төшкән ауылды хәтерләтә. Совет осоронда уны перспективаһыҙ тип атарҙар ине. Тау битләүендә теҙелгән шәхси йорттар ҡаршылағы уба башында үҫкән күп фатирлы яңы йорттар менән күҙгә-күҙ ҡарашып ултыра. Икеһе лә бер-береһен күрмәҫкә тырыша, әммә Димгә ул ҡәҙерле, сөнки төнгө йондоҙҙарҙы шул йорттағы фатирҙарҙың уты алыштырған.

Фәлән ауылдағы кеүек үк Си Цзиньпин тотҡондарының да үҙ иҫтәлекле урыны бар. Тик был ерҙе туристарға күрһәтмәҫһең, урындағылар үҙҙәре лә уны оноторға һәм күрмәҫкә тырыша, әммә баҡса артында киңәйеп ятҡан бысраҡ күлгә иғтибар итмәй булмай. Күл матур һүҙ, әммә уға артыҡ хәрефтәр өҫтәлеү менән күләүеккә әйләнеүен онотмаҫҡа кәрәк.

Бернисә йыл элек күп ҡатлы йорттар менән бергә ҡалҡа башлаған йырындағы бысраҡ һыу, бөгөн шәхси милекселәр һәм төҙөлөш компанияһы араһында ҡупҡан низағ сәбәпсеһе. Күлгә аҡҡоштар эйәләһә бер хәл, унда баҡалар йәшәүе күңелде ҡыра. Ауылдағылар (шәхси йортта йәшәүселәрҙе шулай атарға булдым) компания хужаһының кәрәгенә бирергә шат булыр ине лә, замдар артына йәшенгән эшҡыуарҙы ҡайҙан табырһың? Эшҡыуар ҙа был йорттарҙы емереп үҙенекен төҙөр ине, халыҡ аҡсаһын күп һорай, кеме бөтөнләй күсергә риза түгел. Бына шулай: берәүҙәре сереп барған йорттарына, икенселәре һимерә барған кеҫәһенә йәбешеп йәшәй бирә.

Дим тупһаһын шығырлатып йортона инде. Өй эсендә тыштағы кеүек үк ҡурҡыныс күренеш түгел. Ни бары кухня һәм бер бүлмәнән ғибәрәт торлаҡ, бай өләсәй көнкүрешен хәтерләтә. Бында сылтыр шишмә моңон һаҡлаған гәлсәр сервис төпләнгән сервант та, тышлыҡты тишеп сыҡҡан пружиналар буйынса кешенең нисек ултырыуын билдәләп булған ҡәнәфи ҙә, калейдоскоп һүрәтен мәңгеләштергән келәм дә бар. Гипстан яһалған Ленин бюсы ғына етмәй, ҡалғанында Дим өлгөлө пионер. Һәм һәр намыҫлы пионер кеүек ул иртәһен физик күнегеүҙәр эшләп, ә кистәрен киләһе көнгә тамаҡ бешереп үткәрә. Башҡаларға оҡшамаған бер генә йолаһы бар. Көн һайын киске ун бер тулғас ул өйөнөң утын өс тапҡыр һүндереп, кире тоҡандыра. Аҙаҡ йырын аша ҡаршылағы убала урынлашҡан күп ҡатлы йорттоң дүртенсе ҡатындағы бер тәҙрәнән ошондай уҡ яуап килә. Гөлдөң яуабы. Шул уҡ Гөл фекеренсә, Дим менән улар иң яҡшы дуҫтар. Рәйес Түләктә нисек әле: “Ике дуҫтың береһе ҡол була?” Был осраҡта Дим Гөл һипкән нур ҡоло. Көнө-төнө шул нурҙа наҙланып йәшәр ине лә, һәр яҡшы егет кеүек үк ул мәңге дуҫ ҡорона ингән әҙәм.

Гөл менән дуҫлыҡ Димгә файҙаға ғына. Йыш осраҡта ҡыҙ трамвай туҡталышына сыҡҡан саҡта Димдең тәҙрәһенә шаҡып уны уятып ҡуя. Уянмай ни!? Аҙна үтеү менән теләһә ниндәй будильник тауышына өйрәнеп була, ә күңелгә хуш ҡыҙҙың туҡылдатыуын нисек йоҡлап ҡалмаҡ кәрәк? Ҡайһы саҡ Дим үҙе иртәрәк тороп туҡталышҡа барған Гөлгә тәҙрә аша сәй яһап бирә. Ярым шаяртыуҙарға ҡоролған әңгәмәнән тыш, иртән кәйеф булдырырға башҡа бер ни кәрәкмәй ҙә.

Был кистә лә Дим ун бер тулыу менән ут менән шаярып алды, тик өсөнсөгә лампочканы тоҡандырыу менән ул үҙе кире һүнергә ашыҡты. Түбәлә үҫкән “грушаның” нәҙек ҡылы бындай ҡыҙыу егеттең ялҡынлы сәләменә түҙмәне. Өҙөлдө. Теге ярҙан яуап килгәс тә, Дим ут йүнәтергә тотондо. Лампочка соландағы тумба тартмаһының береһендә бар шикелле…

Үҙ уйҙарына сумған Дим күл яғынан килгән ҡысҡырыуҙы баштан уҡ ишетмәне шикелле. Ул шымып ҡалғас ҡына ниҙәндер шикләнә башланы. Бернисә секундтан һуң ҡысҡырыу ҡабатланды. Өсөнсөгә ул тағы ла ярһыуыраҡ яңғыраны. Сусҡа һуйғандарын ишеткәнегеҙ бармы? Тауыш шундайға оҡшаған. Уның ҡыҙҙыҡымы, малайҙыҡымы икәнлеген дә билдәләп булмай. Ҡараңғыла тумбочка аҡтарған Дим урынында ҡатып ҡалды. Был саҡта уның тәнендәге ҡан да ағылыуҙан туҡтағандыр, бәлки. Ярты минуттан һуң тауыш тынды, уны күрше-күләм эттәренең өрөүе алыштырҙы. Ә Дим был кисен лампочкаһын алмаштырмайса йоҡларға ятырға ашыҡты…

Доң-доң-доң! Ишеккә шаҡыу менән тәҙрәгә шаҡыу нимәһе менән айырыла? Тәҙрәнеке нығыраҡ йәнгә тейә. Айырыуса иртәнсәк. Дим форточкаһын асып Гөлдө сәләмләне.

– ¬Тағы бер минут, һәм был иртәң мине күрмәйенсә башланыр ине. Ниңә шулай оҙаҡ йоҡлайһың? Туҡылдатып тороп бармаҡтарым ауыртып бөттө.

–¬Һаумыһығыҙ, Тамара инәй! – Дим, күрәһең, кемгә һәм кем туҡылдатҡанын асыҡларға сыҡҡан күршеһе менән иҫәнләште. – Ниңәлер бөгөн ҡаты йоҡлағанмын, төнөн күҙ ҙә йома алмай яттым шул,– егеттең хәтеренә үткән кистәге тауыштар төштө.

– Сәй тәҡдим итеп торма, былай ҙа һине уятам тип оҙаҡ тороп ташланым. Трамвай ҙа килә, бөгөнгө беренсе параға һуңларға ярамай. Пока! – Гөл рюкзагын ҡулына алып йүгереп китте. Бахыр студент, шәмбе көн беренсе дәрескә бара.

Тамара әбей аяғы аҫтына өс тапҡыр төкөрөп ҡапҡаһына ниндәйҙер үлән бәйләмен элеп ҡуйҙы. Дим артыҡ күҙәтеүҙәргә бирелмәй ҡорғанын тартып, кире әүен баҙарына юлланды. Төнөн ысынлап та, йоҡо теймәне шул.

Доң-доң-доң! Карауат янындағы ултырғыста ятҡан яңы лампочка иҙәнгә тәгәрәп төшөп ярылды. Доң-доң-доң! Бығаса күҙҙәрен дә асырға йыбанып ятҡан Дим йылмая-йылмая ҡорғанын асты. Тик тәҙрә аша Гөл нуры түгел, полиция машинаһының мигалка нуры күҙгә салынды. Ҡояш байый, был әҙәмдәр ҙә байырға килгәнме икән?

–Һаумыһығыҙ, участка полицияһы Ахунйәнов. Был һеҙҙең йортоғоҙмо?

– Эйе, әй, юҡ. Мин бында ҡуртымға йәшәйем.

– Исемең кем һуң?

– ¬Дим.

– Ҡара, Дим, кисә киске ун бер тирәһендә нимә эшләнең? Бында булдыңмы?

– Эйе, йоҡлай инем.

– Әле нимә эшләнең? Оҙаҡ асманың.

– Әле лә йоҡлай инем,– Дим бер аҙ уңайһыҙланып ҡуйҙы.

– Сәйер, бик сәйер… Йоҡланым, тиһең. Йоҡо аралаш бер ниндәй ҙә тауыштар ишетмәнеңме? Бәлки кемдер ҡысҡырғандыр?

– Юҡ, мин кисә бер тәүлек эштә булғандан һуң арып ҡайттым һәм шунда уҡ йоҡларға яттым. Бер нәмә лә ишетмәнем. Ә нимә булды?

– Ҡаршылағы күп фатирлы йортта йәшәгән 12 йәшлек малай юғалған. Беҙ, ғәҙәттә, өс көн үтмәйсә кеше юғалыу тураһында ғариза ҡабул итмәйбеҙ, әммә бөгөн һинең өйөң тапҡырында ғына, күлдә уның кейем йыртыҡтары табылды. Яҡын-тирәләге йорт хужалары 23:00 тирәһендә ҡысҡырыу ишеттек, тиҙәр. Ә һин, тимәк, ишетмәгәнһең?

 

– Әйттем бит, ишетмәнем…

– Индерәһеңме, өйөңдө ҡарап сығырға ине.

– Рәхим итегеҙ!

Лейтенант аяҡ кейемен сисеп тормай бүлмә уртаһына үтте. Офоҡ артына йәшенә башлаған ҡояш яҡтыһы күҙҙе ауырттыра. Ахунйәнов ут тоҡандырырға тип һүндергескә баҫты. Люстраның яуабы юҡ.

– Утһыҙ ултыраһыңмы әллә? – тине ул ҡайышында эленеп торған фонарикты ысҡындырып.

– Эйе, кисә лампочканың ҡылы өҙөлдө, бороп ҡуйырға яңыһын әле алманым.

Ахунйәнов фонарик яҡтыһында күҙе менән бүлмәне байҡауын дауам итте. Бер-ике тапҡыр карауат янында ярылып ятҡан лампочкаға ҡарап-ҡарап алды ла, Димгә боролоп өндәште:

– Ҡарале, минең телефон номерын яҙып ал, бер-бер хәл булһа, шунда уҡ шылтыратып хәбәр ит. Бында минең күҙ-ҡолағым бул.

Лейтенант номерын яҙҙыртҡас та, хушлашмайынса өйҙән сығырға итте. Ишек төбөндә ниҙер хәтерләп туҡтаны ла, кире боролоп өҫтәлдә ҡағыҙ ҡалдырҙы. Баяғы малайҙың фотоһы һәм ҡылыҡһырламаһы. Дим уға ҡарамаҫҡа тырышып брошюраны сүп-сар кәрзиненә ташланы.

Бөтөнләй ҡараңғылай башланы. Яҡындағы көнкүреш тауарҙары магазинына барып етеп яңы лампочка алырға кәрәк. Ә бәлки солан тумбочкаһында тағы берәү барҙыр? Юҡ, Дим уны асып та торманы. Уға тышҡа сығыр өсөн һылтау кәрәк. Былай ҙа ҡасанан бирле саф һауа һулағаны юҡ. Асыҡтырған да, бешеренә башлаһаң төн етә, ә лампочка үҙенән-үҙе янып китмәҫ.

Эңер. Офоҡ был мәлдә ғәжәп төҫтәргә буялып төрлө сүрәттәргә инә. Ҡаршылағы ике күп ҡатлы йорт булмаһа, күренеш тағы ла матурыраҡ булыр ине. Уң яҡтағы, төҙөлөп бөткәне һәм кешеләр йәшәгәне, инде үҙ уттарын тоҡандырған, ә һулдағыһы, әле төҙөлөп бөтмәгәне, тәҙрә булырға тейешле урындан ҡояш нурын үткәреп пейзажға ниндәйҙер йәм өҫтәй, тип әйтергә була. Дим ишеген бикләп боролоу менән ҡолап китә яҙҙы, тупһа төбөндә генә Тамара әбей артыш яндырып өшкөрөнөп йөрөй. Си Цзиньпин урамында ҡапҡа, заборҙар тыш яҡтан ғына бар ул. Ә урам эсендәгеләре күптән сереп бөткән, кеме бөтөнләй төҙөмәгән. Тау битләүе бит, унда былай ҙа йөрөүе ауыр, баҡса сәсеү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Шуға күрә күршеләр ҙур коммуна кеүек йәшәй.

– Тамара инәй, нимә эшләйһегеҙ ул?

– Айналайым! Айналайым! – төтәгән арыш ботағын солан ярығына ҡыҫтырып ҡуйҙы. – Төнгә ҡарай ҡайҙа сығып бараһың?

– Лампочка алырға ине, шуға магазинға сыҡтым.

– Оҙаҡ йөрөмә, был һаҫыҡ күлгә албаҫты эйәләгән. Үҙем күрҙем, шунда сәсен тарап ултыра ине. Теге малайҙы ла шул күкрәге менән баҫып үлтергән. Һиңә ҡыҙ ҡиәфәтенә инеп яҡынлаһа, өйөңә индерә күрмә! Яңғыҙҙарҙы ярата ул. “Ҡайҙан килдең, шунда кит!” – тип ҡысҡыр. Мине һораһа өйҙә юҡмын, уны күрмәнем, тиң. Барыбер ишек асмайым. Кисә башта миңә килеп киткәйне. Әбей көсһөҙ, тип уйлағандыр.

Ҡарсыҡ үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә өйөнә табан атланы. Дим көлмәҫкә тырышып, Тамара менән ризалашты, әммә ул арты менән боролғас та артышты һүндерергә тотондо. Еҫе тәмле, әлбиттә, әммә уты таҡта соланға күсеп ҡуймаһын. Бындай күрше менән йәнәш торғанда дүрт күҙ менән тирә-йүнде ҡарарға кәрәк, йолаларын үтәйем тип янғын сығарып ҡуймаһын. Албаҫты, имеш. Цивилизация етеү менән барлыҡ мифик заттар күптән ҡаланан тайған инде. Ололар быны шайтандарҙың техник прогрестан ҡурҡыуы менән аңлата. Дим фекеренсә,боронғо ышаныуҙарҙы фән һәм логика юҡ иткән. Әммә ҡайһы саҡ ҡала урамдарында ниндәй генә персонаждар осрап ҡуймай.

Бынау урамда йәшәгән кәнтәйҙе генә алайыҡ. Дим ҡапҡа артына сығыу менән уны күреп ҡалды. Быҙау ҙурлығындай аҡ этте нисек күрмәҫһең? Быуаҙ сағында ул бөтөнләй йыуанайып китә. Бәлки, ул да берәй ен-пәрей малылыр? Дим бында бер йыл йәшәй, ә кәнтәй хужаһын һаман асыҡлай алмай, ул йә бер өй алдында, йә икенсе өй алдындағы ағас төбөндә ята. Эт һирәк өрә, әммә өрә башлаһа янына килеүе лә, урамда йөрөүе лә ҡурҡыныс була. Уның башында ниҙәр булғанын белеп булмай бит. Бөгөн, ярай, шым ята. Дим ҡулдарын кеҫәһенә тығып сауҙа үҙәге яғына атланы.

Көҙҙөң сағыу мәле. Ағастарҙың япраҡтары тулыһынса һарғайған, әммә ергә ҡойолмай, ҡупшы ғына булып тора бирәләр. Ботаҡтар араһында йәшенгән прожекторҙар ҙа шундай уҡ һарғылт нур һибә. Японияға кешеләр сакура сәскә атҡан мәлгә барып хайран ҡалһа, Си Цзиньпин урамына көҙөн килеүселәр шулай уҡ ғәжәпләнеүен тыя алмаҫ.

Димдең башында күрше әбейҙең хәбәре уралды. Бит донъяға уның күҙлегенән ҡараһаң, Өфө урамдарында, ысынлап та, мифик заттарҙы осратырға мөмкин. Киске ваҡытта парк буйлап йүгерергә сыҡҡан ҙур мускуллы ир торғаны менән алпамыша, ә күптән түгел янғын һөҙөмтәһендә буш ҡалған ярым емерек йорт янында торған аҡ плащлы ҡарт – өй эйәһе.

Был кисен Димгә осраған ҡатын айырыуса әкиәттәге әҙәмдәрҙең береһенә оҡшаған ине. Әйтерһең дә, күл параллель донъяға ишек асҡан һәм хәҙер унан теләһә кемдәр иреккә сыға. Фастфуд һатҡан кафела ултырған ҡарсыҡ тураһында һүҙ. Ябай ҡарсыҡ түгел ул, торғаны менән убыр. Урынды ишек төбөнән алғанға һәр инеүсе һәм сығыусы менән иҫәнләшеп ултыра. Ашарға алыусыларҙы ла йылтыр күҙҙәре менән оҙатып уларға ниндәйҙер һүҙ өндәшә. “Эх, йәштәр, ҡалай тәмле нәмә ашайһығыҙ”, “Ҡана, бургер төргән ҡағыҙҙы ялап ҡуяйым”, “Миндә лә май булһа, ошолай тәмле бешерә беләм”. Һуңғы һүҙҙәр Димгә ҡарап әйтелгәйне. Егет унан ерәнеп ҡуйҙы: бахыр, асығып ултыралыр, тик мин барыбер бүлешмәйем. Убыр күпмелер ваҡыт Димгә ҡарап, уның сәйнәгәнен күҙҙәре менән йотоп ултырҙы, аҙаҡ йәштәр бушатҡан өҫтәлдә ятҡан ҡалдыҡтар яғына юлланды. Аппетит боҙолдо, әлбиттә, әммә Димдең ашҡаҙанына үлмәҫлек ризыҡ төштө, сәфәрҙе дауам итергә кәрәк. Лампочка алырға сыҡты бит.

Сауҙа үҙәгендәге “Барыһы ла 50 һумға” тигән ерҙән әйберен алғандан һуң Дим иғтибарын күрше кибеткә йүнәлтте. Бында ҡорал һаталар. Ул йыш ҡына эсенә инеп төрлө бысаҡ, пистолеттар ҡарарға ярата. Кеҫәлә аҡса бар, әлбиттә, әммә уйынсыҡ өсөн меңәрләгән һум ҡалдырыу нисектер дөрөҫ тойолмай. Тик бөгөн икенсе осраҡ. Кисәге ҡысҡырыу тауышын һәм өй тапҡырында табылған малай кейеме тураһындағы уйҙарҙан һуң, Дим үҙенә пистолет алып ҡуйҙы. Был модель мөмкин тиклем ысын ҡоралға оҡшаған һәм көслө тауыш сығара. Яраламаһа, ҡурҡытыр. Исмаһам, быҙауға оҡшаш кәнтәй янынан үтеүе ҡурҡыныс булмаҫ.

Егет яңы алған әйберҙәрен тотоп ҡайтырға ашыҡты. Киске ун бер тулмаҫ борон лампочканы алмаштырып, теге йоланы үтәй һалырға кәрәк. Был бит ябай процедура түгел, ә минең менән барыһы ла яҡшы, хәйерле төн, һин яңғыҙ түгел, тигәнде аңлатҡан өс мөһим һөйләмде еткереү ысулы. Бына ҡаршылағы йорттоң дүртенсе ҡатында ла өс тапҡыр ут һүнеп, өс тапҡыр кире янды. Барыһы ла яҡшы, барыһы ла ғәҙәттәгесә. Ә кисәге малай һыу инергә уйлаған да, сисенгәс берәй эттән ҡурҡып ҡасып киткәндер. Әгәр ҡысҡырыу бөгөн ишетелһә, Дим мотлаҡ сығыр. Хәҙер пистолетлы булғас, ул теләһә кемгә ярҙам итә ала. Албаҫтыны ла үҙе баҫтырыр.

Төн тыныс үтте, киләһе көн дә ғәҙәттәгеләренән айырылманы. Шул уҡ дүрт стена һәм шул уҡ Дим. Дүшәмбе иртәһе генә ҡалғандарына оҡшаманы. Был таңда ла тәҙрәгә Гөл шаҡылдатты, тик элекке кеүек бармаҡтары менән түгел, ә йоҙроғо менән. Егет шунда уҡ “смирно” баҫты. Ҡорғанды асҡанда Гөл ҡысҡыра башлаған ине. Уны теге аҡ эт ҡурҡытҡан. Яман өрә шул. Дим ҡыҙҙы өйөнә индереп сәй эсерҙе, тынысландырҙы һәм улар бергә туҡталышҡа сыҡты. Ҡояш теләр-теләмәҫ кенә офоҡтан күтәрелеп килә. Был мәл ғәҙәттә һыуыҡ була, йәштәргә оҙаҡ өшөп торорға тура килмәне. Кискеһен дә күрешеп бергә ҡайтырға һүҙ ҡуйышҡас, һәр кем үҙ туҡталышында сыҡты. Гөл – уҡыуға, Дим – эшкә.

Димгә лә ҡайһы берҙә университетҡа барып күренеү ҡамасауламаҫ ине. Ул бит магистратураға хәрби хеҙмәткә бармаҫ өсөн инде, ә бындай мөнәсәбәт менән ул тиҙ ҡыуылып туфлиһын берцыға алыштырыр. Бында ла уны бер ни тотмай кеүек, көнө буйы аяғүрә тороп һирәк ингән килентҡа теге, йәки был техника тураһында һөйләү матур перспективалар вәғәҙә итмәй. Аспирантураға инеп фән кандидаты ла булырға уйы юҡ. Ни бары Гөл һәм өмөт.

Дим түҙемһеҙлек менән кис етерен көтөп алды. Ниһайәт, улар Гөл менән осрашып бергә ҡайтырға тейеш. Туҡталышта бит уларҙы эт көтә, ә егет ҡыҙ алдында бер йәндән дә ҡурҡмай. Тик магазинға инеп сосиска алырға кәрәк, эт осраһа – уға, осрамаһа Димгә булыр.

Йәштәр бер-береһен “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы алдында тапты. Әгәр осрашыуҙар үткәрергә икән, тик был майҙанда, сөнки был ҡунаҡханала үҙ заманында ниндәй генә юғары вазифалы ҡунаҡтар һәм эмигранттар булмаған, ә ҡаршылағы концерт залында беренсе башҡорттар ҡоролтайы ла, суверенитетты ҡабул итеү ултырышы ла уҙған. Өфөнөң иң етди урыны был, ә ғашиҡтарға мин Ленин урамының Коммунистик урамы менән киҫешкән ерҙә осрашырға кәңәш итер инем. Бында бит “ноленсе километр”. Әгәр тормош юлын бергә үтергә икән, ул тап ошонда башланырға тейеш.

Өфө кистәре айырыуса матур. Ҡояш байыу менән мең төрлө фонарҙар ҡабына, уларҙың нуры тарихи биналарҙы яҡтыртып иң йылы атмосфера тыуҙыра. Ҡараңғы таш йорттарға килешә, һәр хәлдә ҡала үҙәгендә. Картинаны тулыландырып кешеләр йөрөй. Гөл бер-ике размерға ҙурыраҡ кеүек тойолған ҡара пальто кейгән, муйынына шарф ураған, сәсе ялбыр, ә аяғында – ҡыҙыл кеды. Элек бындай өҫ кейеме менән аяҡҡа мотлаҡ итек йә туфли кейгәндәр, ә хәҙер өйҙә нимә табылды, шуны эләктер ҙә, тышҡа сыҡ. Хәйер, бының да үҙ матурлығы бар…

Дим Гөлгә ҡасандыр ятлаған шиғырҙарын уҡый, тик бына бәлә, ул һәр әҫәрҙең йә башын, йә аҙағын ғына иҫләй, шуға ла ваҡыты-ваҡыты менән шымып ҡала һәм улар артабан тынлыҡта атлауын дауам итә. Тик ҡыҙ быны һиҙмәй ҙә, ул бар иғтибарын телефонына йүнәлткән, күрәһең, мөһим нәмә ҡарай.

–Сәләм, һөйөклөм, һине һағынып та өлгөрҙөм,– Гөлдөң оҙон тынлыҡтан һуң беренсе һүҙҙәре яңғыраны. Арыуыҡ юл үтеүҙәренә ҡарамаҫтан, Дим был өндәшеүгә шат ине.

– Сәләм! – тине ул.– Мин дә һине һағынып өлгөрҙөм. Гөл егеткә аптыраулы ҡараш ташлап, телефонының экранын күрһәтте. Унда видеошылтыратыу аша бәйләнешкә ингән элемтәсе йөҙө күренде. – Таныш бул, был – Дим. Ул мине оҙата, иртәнсәк бер эт ҡурҡытты тип һөйләгәйнем бит. Дим шул туҡталыш янында йәшәй. Һин дә таныш бул, был минең егетем – Марат. Беҙ уның менән ай тирәһе осрашабыҙ. “28 көн,” – тигән яуап ишетелде телефондан…

Артабанғы юлда Дим бөтөнләй шым булды. Уйлана торғас бөтә шиғырҙарҙың да онотолған юлдары иҫенә төштө. Тик Гөлгә былай ҙа күңелле ине, ул ҡолаҡсындарын тағып Марат менән аралашыуын дауам итте. Егет йәнәшәләге йорттарға ҡуйылған таҡтаташтарҙы уҡый башланы. Бына был йортта Сергей Довлатов тыуған, ул йортто яҙыусы “Ундервуд”та соло баҫҡан саҡта бер тапҡыр булһа ла иҫенә төшөргәнме икән? Ә был йорттоң таҡтаташында 40-сы йылдарҙа һөргөнгә ебәрелгән Эстонияның тәүге президенты Константин Пятс тороуы хаҡында яҙылған. Ҡыҙыҡ, беҙҙең герой һөргөнөн Эстонияла үткәргән, ә эстондарҙыҡы беҙҙә. Тик Пятсты герой тип атап буламы икән? Ул бит диктатура яҡлы кеше. Ошо уйҙарға сумған Дим Аксаков урамындағы туҡталышҡа барып етеп трамвайға ултырыуын да, Си Цзиньпин урамына барып етеүен дә һиҙмәй ҡалды.

Ҡайтыр юлда эт осраманы, шуға ла Гөл юлын яңғыҙы дауам итте. Дим ун бер тулғанын көтөп өс тапҡыр ут һүндереп, уны кире ҡабыҙҙы ла, яуап алып ноутбугына төбәлде. Гөл имен-аман ҡайтып еткән, ярар.

***

Күптән Си Цзиньпин урамына бындай иғтибар булғаны юҡ ине. Иртәнән алып батҡаҡ ҡатыш асфальт буйлап оператор һәм төрлө халыҡ йүгерә. Баҡтиһәң, Өфөгә Мәскәүҙән ниндәйҙер ғалим килгән, ул ҡалала албаҫты эҙҙәрен эҙләй. Тамара нисектер уның кеүек мистикаға ышаныусылар менән бәйләнешкә сыҡҡан. Урындағы телеканалдарҙың береһе был мөмкинлекте ысҡындырмаҫҡа булып ғалимға эйәргән. Сенсация бит! Баш ҡала уртаһында малай юғалған, ә урындағы халыҡ быны албаҫты эше, ти. Етмәһә, халыҡ һүҙен ҡеүәтләп ниндәйҙер ғалим йөрөй. Тамара бөгөн иғтибар үҙәгендә. Ул йә тегендә, йә бында тороп камераға фараздарын яңғырата. Кисә генә тиерлек, күлдән йыртылған кейем һөҙөп алғандар ине. Был улика Си Цзиньпинға эйәләгән шайтандың төп дәлиле. Ғалим шул сепрәк киҫәген тотоп албаҫтылар, ғәҙәттә, кешене шулай үлтерә, бында уның тырнаҡ эҙҙәре ҡалған тип, асыштарын яһай.

– Застройщик эше был, -тине Дим менән халыҡ төркөмөн күҙәтеп торған Саша. Александр – икенсе яҡтан күрше йәшәгән ир. Торғаны менән бәһлеүән: буйға оҙон һәм йыуан. Һимеҙ ҙә тип әйтмәҫһең, культурист та тимәҫһең, үҙенең тәбиғи кәүҙәһе шулай. Дим унан ҡайһы саҡ ҡурҡып та ҡуя, сөнки бындай кеше һиңә тондорһа, ятҡан ереңдән кире тормаҫһың. Үҙенсәлекле, һаҡауыраҡ һөйләшеүе һәм балаларса бер ҡатлылығы ғына уны йомшағыраҡ күрһәтә.

– Репортерҙар застройщик эшеме? – тип һораны Дим.

– Юҡ, малайҙың юғалыуы. Ул беҙҙе бынан нисек ҡыуырға белмәй. Бында енәйәттәр күбәйһә, беҙ үҙебеҙ ҡурҡып ҡасырбыҙ ҙа, ул ошонда тағы бер йорт төҙөрмөн, тип уйлай. Тик мин ҡурҡмайым, үҙе йоҙроғомдан ҡурҡһын. Күл тирәләй мистиканы ла застройщик булдыра, белеп ҡуй, – тип йоҙроғон төҙөлөш яғына күрһәтеп, өйөнә табан юлланды күрше.

Сенсация һунарсылары Димдән дә фекерен һораны. Егет быны застройщик эше, тип яуапланы. Ысынлап та, танау алдында ғына ашлы һыу – күл була тороп, ниңә уны камера алдында хәл итә башламаҫҡа? Һәр хәлдә ул бит тап шул төҙөлөш арҡаһында барлыҡҡа килде, тимәк, уны ҡоротоу эше менән дә төҙөүселәр шөғөлләнергә тейеш. Тик ғалимға ла, күрше Тамараға ла был фекер оҡшаманы. Дим боролоп өйөнә инер саҡта Мәскәү ҡунағы уға: “Һағыраҡ бул, һинең менән йәнәш кенә ҡурҡыныс йыртҡыс йәшәй, ә һин быны күрмәйһең,”– тип ҡысҡырып ҡалды. Теләһә нәмә уйлаһындар.Әйҙә, кемдең эше юҡ, улар ышанһын, ә Димгә көндәлек мәшәҡәттәр менән булышырға кәрәк.

 

Ни тиһәң дә кис – Димдең яратҡан мәле. Көндөҙгө шау-шыу тамам, Тамара һәм ҡалған күршеләр күптән ишектәге йоҙаҡтарын бикләп йоҡларға йыйына, ә егет тәҙрә аша урам күҙәтә. Күл аръяғындағы убала ҡалҡҡан йорттоң тәҙрә уттары йондоҙҙарҙы алмаштырған, тип әйткәйнем бит. Дим шул уттарға ҡарап үҙ уйҙарына сумған. Күрше төҙөлөштә эшләгән кран да кис етеү менән уттар ҡабыҙып түңәрәк хәрәкәттәр яһай. Бына һиңә планеталар парады, аҡса түгеп планетарийға ла йөрөргә кәрәкмәй. Күл тирәләй быҙауҙай аҡ эт еҫкәнеп йөрөй. Дим бер хайуанға, бер ҡулындағы пистолетҡа ҡарап ҡуя. Эттең Гөлдө ҡурҡытыуы иҫенә төшкәс сығып шуны атҡыһы килә, тик тауыш күрше-тирәне уятыр, тигән уй ғына егетте туҡтатып ҡала. Бер булмаһа, Гөлдөң Мараты бар, әйҙә ул проблемаларын хәл итһен. Киске ун бер ҙә тулды. Ҡул үҙе ут һүндергесенә үрелә. Бер. Ике. Өс. Тыныс йоҡо…

***

Сенсация! Өфөлә албаҫты эҙенә төшкәндәр. Барыһы ла бер нисә көн элек Си Цзиньпин урамында юғалған 12 йәшлек малайҙан башланды. Урындағы халыҡ быны мифик зат эше, ти. Улар фаразын Халыҡ-ара гоминология үҙәге директоры, биология фәндәре кандидаты Игорь Бурцуев раҫлай. Кисә ул бында экспедицияға килде. Си Цзиньпин урамында йәшәүселәрҙең ихата артында ҡаршылағы төҙөлөш арҡаһында барлыҡҡа килгән күл бар. Ошо урынға йөҙәр йыл халыҡ ижадында һәм һирәк видеокадрҙарҙа мәңгеләштерелгән, беҙгә әле артыҡ билдәле булмаған йети эйәләшкән. Ғалим бында уның көнкүрешен тәфсирләгән әйберҙәргә юлыҡты: “Бына күрәһегеҙме? Ағас ботаҡтары һынған, ул бында баҫып үткән. Ямғыр яуғанлыҡтан эҙҙәре юйылғандыр, әммә ошо соҡорҙо ҡар кешеһе ҡалдырған, тип әйтергә мөмкин. Бында беҙ тағы хайуандың ҡорбаны булған малайҙың кейем йыртыҡтарын таптыҡ. Унда тырнаҡ эҙҙәре һаҡлана. Сәйер хәл, сөнки йетиҙар ғәҙәттә кешегә һөжүм итмәй”… Тәфтишсе Сәлимгәрәев телевизорҙы һүндереп ҡуйҙы.

–Быны нисек аңларға? – Сәлимгәрәев участка полицияһы Ахунйәновҡа өндәште. – Ни өсөн участкаңда шундай бардак? Малай юғалыуына күпме ваҡыт үтте? Ә тәфтиш эшенә ярҙам итеүсе улика – куртка еңен ниндәйҙер гоминологтар таба!

– Беҙ ул урынды бер нисә тапҡыр ентекле ҡарап сыҡтыҡ, табылғанын һеҙгә тапшырҙыҡ, башҡа бер нәмә лә сыҡманы. Бәлки кейем йыртығын үҙҙәре үк килтергәндәрҙер, – Ахунйәнов мөмкин тиклем аҡланырға тырышты.

– Халыҡ менән тәү һөйләшкәндә үк ошондай хәбәр һөйләйҙәр инеме?

– Юҡ, был версияны Тамара исемле әбей генә әйтте, ҡалған халыҡтың кемеһе ҡысҡырыу ишеткән, кемеһе ишетмәгән, әммә уның юғалыуын мистикаға бәйләмәне. Ул ерҙә берәҙәк эттәр күп, бәлки, шуларҙың береһе һөжүм иткәндер?.

– Бәлки, – Сәлимгәрәев пауза тотто. – Тик бында архивтан ҡыҙыҡ ҡына материалдар табылды. Ун йыл элек ошо уҡ урында өс үҫмер юғалыу осрағы теркәлгән. Ул саҡта әле күл урынында сауҡалыҡ, ә төҙөлөш ерендә шәхси йорттар булған. Енәйәт зонаһына эләккән ерҙә кемдәр йәшәй, әйт әле, – Тәфтишсе папкаға һалынған ҡағыҙҙарҙы сығара башланы.

– Әлеге лә баяғы Тамара, уның янында Дим исемле йәш егет, унан ары Александрҙың йорто. Был өс участка араһында забор ҙа юҡ, хатта.

– Әһә, Тамара, Александр… Эйе, бына уларҙың күрһәтеүҙәре яҙылған. Ха, был саҡта әбей әле албаҫты тураһында һөйләмәгән, – Сәлимгәрәев архив документтарын уҡый башланы. – Улар үҫмерҙәр юғалыуын урталағы күршеһенән күргәндәр. Бына – Шәрипов Вәкил, ун биш йылға колонияға ебәрелгән. Юғалғандарының кәүҙәләрен тапмағандар, Вәкилдең өйө тапҡырында табылған кешенең аяҡ һөйәге ғәйепсе яҡтың судта төп дәлиле булған. Был кеше тураһында ишеткәнең бармы?

– Юҡ, урталағы йорт мин эшкә урынлашҡанда буш тора ине, һуңғы йылда ғына егеткә ҡуртымға бирҙеләр. Күрәһең, берәй туғаны иҫенә төшөргәндер, – Ахунйәнов көрһөнөп ҡуйҙы.

– Ҡуртымға биргәндәр һәм тағы бер юғалыу. Унда кем йәшәй тиһең, Димме? Егет менән һөйләштеңме?

– Эйе, ул йоҡланым, бер нәмә лә белмәйем, тине.

– Егет менән бәйләнеште өҙмәҫкә кәрәк. Шунда тирә-йүнде ҡараштырып торһон.

– Эйе, мин дә уға шулай тип телефон номерымды бирҙем. Берәй нәмә булһа шундуҡ шылтыратыр.

– Ул ғына етмәй, һин Димгә барып тағы берҙе эш барышын хәтерләт. Үҙенең мөһимлеген аңлаһын. Кем белә, бәлки, ысынлап та енәйәтсе юлына төшөргә ярҙам итер, бәлки, бер ни ҙә килеп сыҡмаҫ… Тәфтишсе Сәлимгәрәев ҡағыҙҙарын йыйып бүлмәнән сыҡты.

***

Димдең төн йоҡоһо осто. Сәғәт инде 23:44 күрһәтә, ә ҡаршылағы йорттоң дүртенсе ҡатында берҙе булһа ла ут тоҡанманы. Беренсе кис түгел, быға тиклемге ике көн дә ошондай ҡара тынлыҡта үтте. Гөл ҡайҙа? Бәлки, әхирәтендәлер? Өс көн буйы шунда йәшәмәй инде. Ә бәлки, университеттан берәй практикаға ебәргәндәрҙер? Улайһа, ниңә был турала әйткәне булманы? Егет башында мең төрлө уй урала. Исмаһам, әхирәттәрен дә белмәй, ә интернетҡа инеп осраған бер кешегә Гөл ҡайҙа, тип яҙып булмай. Былай бармай, ни ҙә булһа эшләргә кәрәк. Дим ҡыҙҙың йорто янына барып килергә булды. Исмаһам, подъезына ҡарап фатирын асыҡлар һәм домофонға булһа ла шылтыратыр.

Тышта ел. Дим өҫтөндәге бәлтәһенең яғаһын күтәреп муйынын ҡаплап ҡуйҙы. Си Цзиньпин һәм Гөл йәшәгән ер ике төрлө кварталға ҡарай, шуға ла улар араһында айырма ҙур. Ике ярҙы соҡор өҫтөнән төҙөлгән тимер күпер ялғай. Артта, туҡталыштан трамвай ҡуҙғалды, күпер һелкенгәндәй тойолдо. Бәлки, Дим үҙе сайҡалалыр? Бығаса ул бер ҡасан да Гөлдөң фатиры янына килгәне булманы. Нисек туҡталышта таныштылар, шунда уҡ аралашыуҙарын дауам иттеләр.

Ах, был көндө яҡшы хәтерләй егет. Иртәнсәк трамвай көтөп торған әҙәмдәр араһынан ошо һылыу ҡыҙ ғына айырыла ине, Гөлдөң ҡып-ҡыҙыл кедылары һаман да егеткә бешкән ҡыҙыл бөрлөгәнде хәтерләтә. Ҡыҙ йөҙөнә төшә биргән сәстәрен төҙәтә-төҙәтә рюкзагында соҡона ине, гүйә, уның төбөндә алтын табырға теләй. Юҡ, алтын түгел, телефон зарядкаһы ғына икән. Дим ҡыҙға ярҙам кәрәкмәйме, тип һорап килгән ине. Гөл төнөн телефонына көс йыйҙырмаған, ә хәҙер бына йыйҙыртҡысын да алырға онотҡан, ә йәш кеше дүрт пара буйына университетта нимә эшләргә тейеш? Бөтә донъя ошо экранға һыйған бит.

Дим үҙенең заряднигын биреп торорға тәҡдим итте. Ошонда ғына йәшәйем бит, тип өйөнә боролдо. Ҡапҡанан сыҡҡанда трамвай ҙа килгән ине. Дим ябылып барған ишеккә саҡ һикереп инеп өлгөрҙө.

–Бына, – тине ул аҡ сым һуҙып. Тап килергә тейеш.

– Рәхмәт, – тип ҡарашын күтәрҙе ҡыҙ. – Мин һине шаяртҡан икән, тип уйлағайным. Исемем Гөл була. Ә һинеке?

– Мин – Дим, – тип яуапланы егет.

– Кискеһен индереп бирермен.

Һәм ҡыҙ, ысынлап та, кисен әйберен индереп бирҙе. Шул саҡ тәүгә тәҙрәгә шаҡығайны. Бынан ары улар иртән күрешә башланы, аҙаҡ киске ритуал да барлыҡҡа килде. Бер мәл Гөл имтихан тапшырырға барғанда: “Әгәр шуны бирә алмаһам, мине әсәм үлтерә,” – тигәйне. Дим быға ҡайғырасағын белдерҙе һәм әгәр барыһы ла яҡшы булһа, киске ун бер тулғас өс тапҡыр бүлмәһендә ут ҡабыҙып һүндерергә тәҡдим итте. Бынан ары кис һайын шулай булды ла.

Гөл үҙе Өфөнән түгел, Дим кеүек үк баш ҡалаға белем алырға килгән. Ә фатир бер туған апайы менән еҙнәһенеке. Улар йәшәп ҡарарға тип, сит илгә күсенгән, Гөл шуға ла туғанының фатирын ҡараштырып тора.

Күпер сеткалы ҡапҡаға барып терәлде. Был яҡта уба ситен ҡойма менән уратҡандар икән. Ни тиһәң дә яңы төҙөлгән күп фатирлы йорт, бында йәшәүселәрҙең күбеһендә бәләкәй балалар бар, уларҙы һаҡларға кәрәк. Бәхеткә күрә, ҡапҡала йоҙаҡ булманы.

Дим ситтәнерәк тороп Гөлдөң тәҙрәһен эҙләй башланы. Тәҙрә ике подъездың ҡап уртаһында урынлашҡан, әйҙә, хәҙер уйлан инде. Исмаһам, йорттоң был яғына сыҡҡан фатирҙар нисә бүлмәле икәнен дә белмәй. Ә бер ҡатта нисә фатир? Дим башта береһенә инеп разведка яһарға булды. Тик был сәғәттә почтальон, йә курьер булып ҡыланыу сәйер. Шуға ла егет эскәмйәгә ултырып берәйһе сыҡҡанын көтә башланы.

1  2  3  4  5  6  7  8  9 
Рейтинг@Mail.ru